05:40 (UTC+5), 15 Мая 2017

Башҡортостандан Ләйсән Үтәшева үҙ бейеү шоуының премьераһына әҙерләнә

Бәйләнештәге рәсми сәхифәнән
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиулина/. Башҡортостан ҡыҙы, танылған спортсы, художество гимнастикаһы буйынса донъя чемпионы һәм билдәле алып барыусы Ләйсән Үтәшева үҙ бейеү шоуының премьераһына әҙерләнә. Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә Bolero by Liasan Utiasheva исеме аҫтында проекттың тәүге тизеры баҫылып сыҡты.
«Айҙар буйына әҙерләнгәндән һуң, ниһайәт, Bolero by Liasan Utiasheva исемле яңы бейеү шоуының тизерын тәҡдим итергә әҙербеҙ! Оҙаҡламай сер пәрҙәһен асырбыҙ һәм шоуҙың бер өлөшөн күрһәтербеҙ, һуңынан донъя буйлап турға юлланырбыҙ!», — тип яҙылыусылары менән уртаҡлашты Ләйсән Үтәшева.
Уның һүҙҙәренсә, проект өҫтөндә эш дауам итә: хореография ҡуйыла, үҙенсәлекле музыка яҙыла һәм махсус эффекттар әҙерләнә, костюмдар тегелә һәм концерт номерҙары ҡабатлана.
«Үҙебеҙ тамашасылар кеүек килеп ҡарарға теләгән шоу әҙерләйбеҙ», — тине йондоҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика