05:29 (UTC+5), 12 Май 2017

Төбәктә меңдән ашыу кешене талпан тешләгән – Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте

Андрей Старостин
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда яҙ башынан меңдән ашыу кешене талпан тешләгән.
Бөжәктәр өсөн уңайлы һауа торошо башланыу менән ҡан эскестәр әүҙемләште. Мәҫәлән: уҙған аҙнала республиканың медицина ойошмаларына талпандан тешләнгән 200-ҙән ашыу граждан мөрәжәғәт иткән, был аҙнала уларҙың һаны 800-гә еткән.
Шул рәүешле, иҫкәртеү һәм эпидемияға ҡаршы саралар сиктәрендә бөтә ерҙә биләмәләрҙе эшкәртеү башланған. Бөгөнгә ул 250 гектар майҙанда уҙғарылған. Шул уҡ ваҡытта 500 гектарҙан ашыуҙы эшкәртеү күҙалланған, ул былтырғыға ҡарағанда 33 процентҡа күберәк, тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә һәм уның филиалдарында бөжәктәрҙең энцефалит һәм боррелиоз вирустары менән зарарланыу кимәлен тикшереү буйынса пункттар асылды.
Эпидемиологтар ике төп һаҡланыу ҡағиҙәһен үтәргә саҡыра. Талпан эләктереү хәүефе булған урындарға сыҡҡанда дөрөҫ кейенеү мөһим. Оҙон һәм һығып торған еңле кейем булырға тейеш. Салбарҙы итеккә ҡыҫтырырға, мотлаҡ рәүештә баш кейеме кейергә кәрәк.
Махсус һаҡланыу саралары: репелленттар һәм акарицидтар ҡулланыу ҙа шулай уҡ мөһим.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика