10:49 (UTC+5), 12 Май 2017

Республикала ташҡындан зыян күргән халыҡҡа гуманитар ярҙам күрһәтелә

Ҡыҙыл Тәре сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандағы «Рәсәй Ҡыҙыл тәреһе» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ташҡындан зыян күргәндәргә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, гигиена әйберҙәре, түшәк кәрәк-яраҡтары рәүешендә гуманитар ярҙам күрһәтеүен дауам итә.
Гуманитар ярҙамды Өфөләге «Ҡыҙыл Тәре» офисында алырға мөмкин. Адресы: К. Маркс урамы, 53. Үҙең менән шәхесте раҫлаған документ, шулай уҡ торлаҡтың һыу аҫтында ҡалғанын дәлилләгән белешмә килтереү мотлаҡ.
«Башинформ» агентлығына «Ҡыҙыл Тәре»нең төбәк бүлексәһе рәйесе Юрий Симонов хәбәр итеүенсә, гуманитар ярҙам алырға теләүселәр етерлек. Ул шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Ауырғазы районында ташҡындан зыян күреүселәргә «Ҡыҙыл Тәре»нән үҙәкләштерелгән ярҙам күрһәтеү ҡаралғанын билдәләне.
«Әле беҙҙә меңгә яҡын гуманитар йыйылма бар. Зыян күреүселәргә йыйылмалар бөткәнсе ярҙам итәсәкбеҙ», — тине Юрий Симонов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика