07:27 (UTC+5), 12 Мая 2017

Иглин районы үҙәген «Еңеү поезы» биҙәне

Иглин районы хакимиәте
Сергей Захаров
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Иглин районы үҙәген «Еңеү поезы» һүрәте биҙәне. Ҙур рәсем күп функциялы үҙәк бинаһында урынлашҡан. Тарихи-нәфис образ өҫтөндә эште билдәле рәссам-монументалист Олег Кайбышев Бөйөк Еңеү көнөн байрам итеүгә ике аҙна ҡалғас башлаған. Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, билдәләнгән ваҡытҡа эшен тамамлаған. Рәссамдың һөйләүе буйынса, башта ул фронтҡа китеп барған составты төшөрөргә теләгән, әммә һуңғы минутта кире уйлаған.
«Һуғыш йылдарында күп кешеләр ошондай кадр хаҡында хыялланған. Эшелондарҙың фронтҡа китеүен теләмәйем. «Еңеү поезы» – нәҡ беҙ тапҡан алтын урталыҡ ул», — тине автор.
Был рәссамдың тәүге эше түгел. Өфөлә Олег Кайбышевтың оҫталығы менән күп ҡатлы йорттарҙа билдәле хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең портреттары хасил булды. Улар араһында маршал Георгий Жуков, шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев бар.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика