Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.68
+0.01
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2017, 13:23

БДУ мәғариф системаһын үҫтереү һәм мониторинглау өлкәһендәге инновацияларға ярҙам итеү өсөн Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының гранттарын отто

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты — төбәктә мәғариф системаһын үҫтереү һәм мониторинглау өлкәһендәге инновацияларға ярҙам итеү өсөн Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының гранттарын отҡан берҙән-бер юғары уҡыу йорто.
Башҡорт дәүләт университетының проекттары «Мәғариф системаһын үҫтереү һәм мониторинглау өлкәһендәге инновацияларға ярҙам күрһәтеү» сараһы буйынса 2016-2020 йылдарҙа мәғарифты үҫтереү федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу барышында субсидия өсөн һайлап алыу турында еңеүсе тип танылды. Конкурс комиссияһы бер нисә йөҙ ғаризанан ни бары 20 проектты һайлап алған, шуларҙың икәүһен Башҡорт дәүләт университеты хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән.
«Яңы ватандаштарыбыҙҙың балаларын полимәҙәни төбәктең белем биреү мөхитенә яраҡлаштырыу һәм интеграциялауҙың комплекслы программаһын әҙерләү» проекты 1,5 миллион һум күләмендә грант аласаҡ. Уның маҡсаты — уҡыусыларҙың йәшәгән урынына ҡарамайынса, белем биреүҙең сифатын күтәреү.
Программаны БДУ-ның мигранттарҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын социаль-мәҙәни шарттарға яраҡлаштырыуҙың төбәк үҙәгендә ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Ошо йүнәлеш буйынса 29 ғариза бирелгән, дүртәүһе генә һайлап алынған.
Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының 1,4 миллион һумлыҡ грантын алған «Үҙаллы балалар өсөн миҙгелле тәбиғи фәндәр мәктәптәрен ойоштороу (БДУ-ла каникулдар)» проекты «Йәйге лагерь шарттарында белем биреү программалары» конкурсында ҡатнашҡан. Был йүнәлеш буйынса 111 ғариза килгән, унауһы һайлап алыуҙы үткән.
Башҡортостанда каникул ваҡытында һәм уҡыу йылы барышында балаларҙы ял иттереү, һауыҡтырыу һәм белем биреүҙең заманса моделен әҙерләү проекттың төп маҡсаты булып тора.
Өҫтөнлөклө йүнәлеш — мәғариф технологияларын яңыртыу һәм камиллаштырыу иҫәбенә республиканың ҡала-райондарында йәшәгән балаларға сифатлы белем биреү, тәбиғи фәндәргә ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү, эксперименталь фәнни эшмәкәрлек буйынса тәүге тәжрибә туплау.
Читайте нас: