Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2017, 08:48
Баш ҡалала хәүефле юлдарҙа 16 фото һәм видеотеркәү камераһы ҡуйыласаҡ
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә ҡаланың хәүефле юлдарында 16 фото һәм видеотеркәү камераһы ҡуйыласаҡ. Башҡортостандың Транспорт буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, ҡорамалдар «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль проекты сиктәрендә һатып алынған. Быға федераль һәм республика ҡаҙналарынан 80 миллион һум бүленгән.
Программаны ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә быйыл Өфөлә 29 урам йүнәтеләсәк һәм юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлгән 20 урын бөтөрөләсәк, йәйәүлеләр өсөн ҡоймалар ҡуйылған, светофорҙар һәм юл билдәләре яңыртылған.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
юлдар
камералар
Читайте нас: