09:50 (UTC+5), 12 Май 2017

12 майҙа Экологик белем көнө билдәләнә

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 12 майҙа Рәсәй һәм элекке СССР илдәре Экологик белем көнөн билдәләй. Байрам 1991 йылда булдырылған, уның маҡсаты – бөтә ғилемдәрҙә һәм кеше эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрендә экологик белемде арттырыу.
Был көндө аңлатма, практик йүнәлештәге акциялар: тәбиғәтте һаҡлау темаһына төрлө күргәҙмәләр, конференциялар һәм балалар ижады конкурстары уҙғарыла. Кешеләр тәбиғәтте һаҡлау буйынса сараларҙа ҡатнаша – йылға һәм күл буйҙарын таҙарта, парктарҙы тәртипкә килтерә, биләмәләрҙе йәшелләндерә.
Башҡортостанда төблө тәбиғәтте һаҡлау саралары – акциялар, ғилми-ғәмәли конференциялар, форумдар уҙғарыу ярҙамында халыҡҡа экологик белемде еткереүгә ҙур иғтибар бүленә. Үҫеп килгән быуын өсөн йыл һайын геологтар, экологтар һәм урмансылар слеттары уҙғарыла. Конкурс һәм фестиваль еңеүселәре күп тапҡыр төбәктән Рәсәй кимәлендәге төрлө сараларҙа ҡатнашты, призлы урындар алды. Республика район-ҡалаларында теге йәки был экологик мәсьәләгә дөрөҫ мөнәсәбәт булдырыуға йүнәлтелгән социаль реклама әүҙем ҡулланыла. Экологик белемде арттырыу буйынса саралар Башҡортостан Республикаһында Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының Саралар планында ла бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика