12:36 (UTC+5), 11 Май 2017

«Роструд» Башҡортостанда вертолет ҡолағандан һуң «Лайт Эйр» авиакомпанияһын тикшерәсәк

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт Башҡортостанда урмандарҙы һауанан күҙәтеү буйынса рейс башҡарған вертолеттың һәләкәткә осрауына бәйле «Лайт Эйр» авиакомпанияһын тикшерәсәк.
Атап әйткәндә, вертолет хужаһы «Лайт Эйр» авиакомпанияһында хеҙмәт ҡануниәтен һәм хеҙмәтте һаҡлау талаптарының үтәлешен тикшереү ҡаралған.
«Хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған осраҡта ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ», — тип билдәләнә «Роструд» сайтында.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 4 майҙа Белорет районында урмандарҙы һауанан күҙәтеү рейсын башҡарған «Robinson R-44» һәләкәткә осраны. Фажиғәлә республика Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Айҙар Йәнгировтың, летчик-күҙәтеүсе Дамир Шәймөхәмәтовтың һәм «ЛайтЭйр» авиакомпанияһы хеҙмәткәре Олег Никитиндың ғүмерҙәре өҙөлдө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика