15:53 (UTC+5), 11 Мая 2017

Баш ҡалала һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр иҫтәлегенә ҡарағайҙар аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфө хакимиәте
Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләге Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙа 34 исемле ҡарағай ултыртылды. Ағастарҙың һаны хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һанына тап килә.
«Хәтер аллеяһы»на нигеҙ һалыуҙа сараның инициаторҙары — Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы һәм генерал Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге отряд етәкселеге һәм шәхси составы, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Совет районы хакимиәте башлығы Урал Килсенбаев, һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙең тол ҡалған ҡатындары, ата-әсәләре, балалары, дини конфессия, ветеран ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
«Һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең «Хәтер аллеяһы»на нигеҙ һалып, ҡаһарманлыҡтары сикһеҙ ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булып хеҙмәт иткәндәргә, хәүеф менән йөҙгә-йөҙ осрашып, үҙҙәренең хеҙмәт һәм хәрби бурысын намыҫ менән үтәгәндәргә изге бурысыбыҙҙы кире ҡайтарабыҙ, — тип билдәләне Рәсәй милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Владимир Чернов. — Бөгөн ошо парк-мемориал исемле ҡарағайҙар менән тулыланасаҡ. Һәр береһе һәләк булған геройҙың иҫтәлегенә бағышланған».
Исемле ағастар аллеяһы Рәсәй гвардияһы идаралығының яңы традицияһын булдырыуға этәргес бирәсәк, хәрби хеҙмәткәрҙәр, ҡала халҡы өсөн иҫтәлекле саралар һәм осрашыу урынына әүереләсәк, тип билдәләнеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика