08:30 (UTC+5), 10 Мая 2017

Республикала «Мәрхәмәт» фонды ҡот осҡос аварияла ата-әсәһен юғалтҡан ҡыҙҙы дауалау өсөн аҡса йыя

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда «Мәрхәмәт» хәйриә фонды Бөрө ҡалаһынан ете йәшлек Әминәне дауалау һәм реабилитациялау өсөн аҡса йыя. Быйыл ғинуар айында ҡыҙыҡай биш йәшлек һеңлеһе Дәминә һәм ата-әсәһе менән бергә ҡот осҡос аварияға эләгә. Ата-әсәһе һәләк була, балалар төрлө йәрәхәттәр ала. Әминәнең умыртҡа һөйәге ныҡ имгәнгән, ҡыҙыҡай атлай алмай.
Әлеге көндә ул «Мәрхәмәт» фонды һәм партнерҙар ярҙамы менән Өфөләге «Яратҡан сабый» реабилитация үҙәгендә дауалана. Фондтың директоры Айгөл Гәрәева хәбәр итеүенсә, реабилитациялауҙың тәүге һөҙөмтәләре күренә. Бер ай дауаланыу өсөн түләнгән, табиптар дауалауҙы тағы ла бер айға оҙайтырға булған. Тейешле сумманы индерергә әҙер партнерҙар бар, ләкин фатирҙы ҡуртымға алыу һәм патронат шәфҡәт туташы өсөн аҡса кәрәк. Бының өсөн 3141 номерына «ДЕТИ 100» һүҙе яҙылған SMS ебәрергә, 100 урынына теләһә ниндәй сумманы күрһәтергә мөмкин.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика