Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2017, 07:04
Рөстәм Хәмитов ветерандарҙы Еңеү көнө менән ҡотланы
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика ветерандарын Еңеү көнө менән ҡотланы.
Ҡотлауҙа былай тиелә:
«Ҡәҙерле ветерандар! Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығы менән ысын йөрәктән һеҙҙе ҡотлайым!
9 май – илебеҙ тарихында изге көн. Ул – хәрби дан, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ, тотороҡлолоҡ һәм ватансылыҡ байрамы.
Ошо көндәрҙә иң йылы һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәре һеҙгә тәғәйенләнә, ҡәҙерле ветерандар. Һеҙ Ватаныбыҙҙың азатлығын һаҡлап ҡалдығыҙ, донъяны фашизмдан ҡотҡарҙығыҙ, емерек хужалыҡты тергеҙҙегеҙ, тыныс көндәрҙә тырышып эшләнегеҙ, балаларығыҙҙы, ейәндәрегеҙҙе һәм бүләләрегеҙҙе яңы ҡаҙаныштарға илһамландырҙығыҙ.
Тыуған илде һаҡлап һәләк булғандарҙың исемдәре тарихыбыҙҙа мәңгегә һаҡланып ҡалыр.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем. Оҙон ғүмер һәм тыныс күк йөҙө һеҙгә! Еңеү көнө менән!».
Автор:
«Башинформ»
Теги:
еңеү көнө
ҡотлау
башҡортостан башлығы
Читайте нас: