05:00 (UTC+5), 10 Мая 2017

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте ҡайнатылмаған кәзә һөтөндә энцефалит вирусы хаҡында иҫкәртә

Олег Яровиков
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте талпан энцефалиты күҙәтелгән урындарҙа ҡайнатылмаған кәзә һөтөн эсмәҫкә кәңәш бирә. Был турала, ведомствоның мәғлүмәт хеҙмәтенә һылтанып, РИА Новости хәбәр итә.
«Талпандар ваҡ мөгөҙлө малға үлән ашаған сағында һөжүм итә. Талпан вируслы булған осраҡта уның һөткә эләгеүе ихтимал», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтендә, эсер алдынан һөттө ҡайнатырға кәрәклеген өҫтәп.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, миҙгел башынан Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә 200-ҙән ашыу кеше талпан тешләүенә зарланып мөрәжәғәт иткән. Белгестәр билдәләүенсә, уңайлы климат шарттары ошо бөжәктәрҙең әүҙемләшеүенә булышлыҡ итә.
Өфөлә алты адрес буйынса талпан энцефалитына ҡаршы ашығыс иммунопрофилактика алырға мөмкин. Ул – 21-се ҡала клиник дауаханаһы (Урман тыҡрығы урамы, 3, 3-сө корпус), тел. (347) 232-54-91; 5-се ҡала дауаханаһы (Цюрупа урамы, 84), 250-68-00; 10-сы ҡала клиник дауаханаһы (Горький урамы, 47), 243-25-38; 4-се балалар поликлиникаһы (Орджоникидзе урамы, 15), 263-15-97; 5-се балалар поликлиникаһы (Маршал Жуков урамы, 18), 241-27-97 һәм 6-сы балалар поликлиникаһы (Аксаков урамы, 62), 250-59-46. Телефондарға тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика