08:19 (UTC+5), 05 Мая 2017

Төбәктең Урман хужалығы министрлығы урмандарҙы һауанан күҙәткәндә һәләк булғандарҙың туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы кисә авиаһәләкәттә ғүмерҙәре өҙөлгән республика Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Айҙар Йәнгировтың, летчик-күҙәтеүсе Дамир Шәймөхәмәтовтың һәм «ЛайтЭйр» авиакомпанияһы хеҙмәткәре Олег Никитиндың туғандарына һәм яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 4 майҙа Белорет районында Инйәр урмансылығы биләмәһендә урмандарға мониторинг алып барған «Робинсон-44» вертолеты һәләкәткә осраны. Өфө-Белорет-Тирлән-Учалы-Асҡар-Иҫке Собханғол-Үрге Әүжән-Красноусол-Өфө маршруты буйынса эш Айҙар Йәнгиров, Дамир Шәймөхәмәтов һәм Олег Никитинға йөкмәтелгән булған.
Республиканың Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, йәш, үҙ эшенең ысын оҫталары, хәстәрлекле улдар, ярҙамсыл дуҫтар, яратҡан ғаилә башлыҡтары һәм атайҙар арабыҙҙан ваҡытһыҙ китеп барҙы. Улар хаҡында яҡты иҫтәлек коллегаларының, уларҙы белгән, хөрмәт иткән һәм яратҡан кешеләрҙең күңелендә мәңге һаҡланыр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика