03:57 (UTC+5), 05 Мая 2017

Төбәктә иң яҡшы Ҡөрьән уҡыусылар асыҡланды

Шаран районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда ҙур мәсеттәр ҡарамағында Ҡөрьән уҡыусылар бәйгеһен ойоштороу яҡшы йолаға әүерелде. «Моңло ислам» исемле сираттағы, иҫәп буйынса өсөнсө Ҡөрьән сүрәләрен уҡыусылар конкурсы Шаран районының Йомаҙыбаш ауылында уҙҙы.
Сара башланыр алдынан телмәр менән Шаран районы имам-мөхтәсибе Мәнфәс Садиҡов сығыш яһаны. Мосолмандар өсөн ҙур ваҡиғаға дингә ышаныусылар ғына түгел, сара менән ҡыҙыҡһынғандар ҙа шаһит булды.
Ҡөрьәнде өйрәнеү – тимәк юғары белем алыу мөмкинлеге ул, тиҙәр диндарҙар. Тәүге ҡарашҡа, балаларға был дәрестәр еңел бирелә. Шуға ҡарамаҫтан изге яҙманы өйрәнеү дөрөҫлөктө һәм иғтибарлыҡты талап итә. Бынан тыш, ул техник яҡтан еңел түгел: бер осраҡта тын алмай торорға, икенсеһендә һүҙҙә хәрефте айырым көс менән әйтергә кәрәк.
Мосолмандар донъяһында Ҡөрьән – ул Аллаһтың диндарҙар менән аралашҡан һүҙҙәре. Шуға уны уҡыу ябай китапты уҡыған кеүек түгел, ул Аллаһы тәғәләнең телмәрен уҡыу менән бер тиң. Изге яҙманы тәрән рәхмәт тойғоһо менән уҡырға кәрәк, тиҙәр дингә ышаныусылар.
Сығыш яһаусылар Йомаҙыбаш ауылында 2003 йылда асылған мәсеттең барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне. Бәйгеселәр Ҡөрьәндән өҙөктәр уҡып ишеттерҙе.
Бөтә конкурста ҡатнашыусылар ҙа рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Мәсет имам-хатибы Алик хәҙрәт Тимерҡаев был ваҡиғаны мосолмандар өсөн генә түгел, бөтә ауыл халҡы өсөн ҙур байрамға әйләнеүен билдәләне, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика