06:50 (UTC+5), 05 Май 2017

Республикала ҡала яны поездарында Георгий таҫмалары таратыла

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан биләмәһендә йөрөгән ҡала яны поездарында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөнә арналған акция уҙа, уның барышында Георгий таҫмалары таратыла.
«Акция транспорт ойошмаһы тарафынан хеҙмәтләндерелгән барлыҡ ҙур ҡалаларҙа уҙғарыла. Георгий таҫмаларын тәүгеләрҙән булып «Толпар» транспорт проектының Өфө ҡала электричкаһы пассажирҙары алды, — тип һөйләнеләр Башҡортостандың ҡала яны пассажирҙар компанияһында. — Байрам, хәрби батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ символы — Георгией таҫмалары — байрам көндәрендә тимер юл платформаларында һәм вокзалдарҙа ла таратыласаҡ». Йола буйынса, ошо көндәрҙә Башҡортостандың ҡала яны пассажирҙар компанияһы хеҙмәткәрҙәре Өфөләге Көньяҡ зыяраттың «Дан аллеяһы» мемориалында республикала ҡала яны пассажирҙар хәрәкәтен ойоштороусыларҙың, яугир-фронтовиктар Ф.С. Кульневич, С.Д. Фурманов һәм А.С. Сабчуктың ҡәберҙәренә сәскә һаласаҡ. Шулай уҡ компанияның йәш хеҙмәткәрҙәре һәм баш ҡала мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары өсөн Куйбышев тимер юлының Башҡортостандағы Хәрби һәм Хеҙмәт даны музейына экскурсия ойоштороласаҡ. Унда йәштәр «Еңеүҙең ҡорос юлдары» экспозицияһында республика тимер юлсыларының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығы хаҡында беләсәк. Ҡала яны поездарында поезд телевидениеһы аша һуғыш геройҙарына бағышланған тапшырыуҙар күрһәтеү ҡаралған, тип хәбәр итте Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат секретары Сергей Спатар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика