02:07 (UTC+5), 05 Мая 2017

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты

Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 4 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы һәм Социаль-иҡтисади үҫештең маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшеү мониторингы буйынса комиссияның берләштерелгән ултырышында ҡатнашты.
Ултырышта күп функциялы үҙәктәр селтәре аша дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү, социаль өлкәлә хеҙмәттәр сифатын бойондороҡһоҙ баһалау һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү мәсьәләләре тикшерелде.
Ултырышты асып, Рәсәй Президенты Владимир Путин һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ кеүек граждандар өсөн мөһим өлкәләрҙәге ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләп үтте. Уның һүҙҙәренсә, майҙағы указдарҙы үтәү милли мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә бөтә кимәлдәге властың һәм граждандар йәмғиәтенең партнёрлығын нығытырға мөмкинлек бирҙе. Ошо документтарҙың күп кенә положениелары Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең өҫтөнлөклө проекттарында һәм башҡа программаларҙа, пландарҙа үҫеш алды.
- Төбәк етәкселәренең, уларҙың идара итеүсе командаларының эшен дә билдәләп үтке килә, – тине Владимир Путин. – Эшкә етди һәм яуаплы ҡараған Федерация субъекттарында граждандарҙың проблемаларын хәл итеүгә ресурстар һәм көс һалынды, бөтә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ысынлап та аныҡ, һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшелде.
Көн үҙәгендәге темалар хаҡында һөйләп, Рәсәй Президенты, тотош ил буйлап бөтә тиерлек дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүсе 3000 күп функциялы үҙәк эшләй, тине. Былтыр мөрәжәғәттәр һаны 60 миллиондан ашыу булған.
- Граждандарҙың үҙенең йәшәгән һәм теркәлгән урынына ҡарамайынса теләһә ҡайһы күп фукнциялы үҙәккә мөрәжәғәт итә алыуы – төп бурыс, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы. – Ул теүәл, берләштерелгән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү системаһына мөһим аҙым булып тора.
Майҙағы указдарҙы ғәмәлгә ашырыу барышында социаль өлкәләге ойошмаларҙың эш сифатына бойондороҡһоҙ баһа индерелә башланған, тип билдәләне Владимир Путин. Был кешеләргә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары эшендәге үҙгәрештәр процесына йоғонто яһау өсөн ысын мөмкинлек.
Граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү мәсьәләһе көн тәртибендәге һорауҙарҙың береһе булды. 2014 йылдың 1 ғинуарынан 2017 йылдың 1 сентябренә ҡәҙәр 11,15 миллион квадрат метрҙа йәшәгән 711,6 мең кешене күсерергә кәрәк. 2017 йылдың 1 апреленә 8,13 миллион квадрат метрҙа йәшәгән 520 мең кеше күсерелгән. Ул пландың 73 процент самаһы.
Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә төбәктәр менән берлектә даими эшләүсе авариялы торлаҡ фондынан күсереү механизмын әҙерләргә һәм 2019 йылдың 1 ғинуарынан эшләтеп ебәрергә, ә күсмә осорҙа үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәткән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондының эшен оҙайтырға ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика