13:01 (UTC+5), 05 Мая 2017

Рөстәм Хәмитов: «9 май – бөтә рәсәйҙәр өсөн милли берҙәмлек һәм ғорурлыҡ көнө»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 5 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығына бағышланған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.
– Рәсәй халҡы өсөн Еңеү көнөнән дә иҫтәлеклерәк дата юҡ. Хөрмәтле ветерандар, беҙ тәү сиратта һеҙҙе байрам менән ҡотлайбыҙ. 1945 йылда һәр йортҡа күптән көтөлгән шатлыҡ бүләк иткән, Ватанын дошмандан һаҡлаған һәм башҡа дәүләттәрҙең бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған ҡаһармандарҙы тәбрикләйбеҙ. Тап һеҙ яңы быуынға тормош бүләк иттегеҙ. Бындай бүләкте бер ниндәй хаҡ менән дә баһалап булмай, – тине республика етәксеһе. – 9 май – халҡыбыҙ өсөн ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ, ныҡлыҡ һәм ышаныс, шатлыҡлы күҙ йәштәре һәм Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо ул. Бөгөн, тиҫтә йылдар үткәндән һуң, һуғыш йылдарындағы хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарын хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Яуҙа һәләк булғандарҙы, әсирлектә ыҙа сиккәндәрҙе, аслыҡтан һәм ауыр яраларынан үлгәндәрҙе хәтергә төшөрәбеҙ. Илебеҙ азатлығы өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткәндәрҙең береһен дә онотмайбыҙ.
Рөстәм Хәмитов фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүгә республиканың тос өлөш индереүе хаҡында һөйләне, Башҡортостанда тыуып үҫкән геройҙарҙың исемдәрен иҫкә алды. Башҡортостанда ойошторолған хәрби частар һәм берләшмәләр Мәскәү, Ленинград һәм Сталинград ҡалалары янындағы, Курск дуғаһындағы һәм Днепрҙағы, Белоруссиялағы һәм Балтик буйындағы һуғыштарҙа, Европа илдәрен азат итеүҙә ҡатнашҡан. 1939 – 1945 йылдарҙа Ҡораллы Көстәр сафына республиканан 700 меңдән ашыу кеше саҡырылған. Уларҙың һәр икенсеһе яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған. Йыйылышта ҡатнашыусылар һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Республика Башлығы йәштәргә илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, шул иҫәптән ветерандарға ярҙам итеү, волонтёрҙар отрядтарында эшләү, архивтарҙа эҙләнеү эштәре алып барыу, яу юлдары буйлап экспедициялар ойоштороу менән әүҙемерәк шөғөлләнергә кәрәклеген билдәләне. Башҡортостан патриотик тәрбиә биреүҙе, йәмәғәт һәм ирекмәндәр берләшмәләре эшен ойоштороу кимәле буйынса илдең иң яҡшы төбәктәре иҫәбенә инә.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1945 йылда еңеү яҙын ҡаршы алғандарҙың һаны йылдан-йыл аҙая, – тине Рөстәм Хәмитов. – Фронтовиктарҙың һәм тыл хеҙмәтсәндәренең күбеһе 90-ды үткән, улар араһында 100 йәшлек ветерандар ҙа бар. Уларҙың үҙҙәре хаҡында һәр саҡ хәстәрлек тойоуы, реаль ярҙам алыуы мөһим. Һуғыш ветерандары һәм уларҙың тол ҡалған ҡатындары торлаҡ менән тәьмин ителә, фатирҙарына һәм өйҙәренә ремонт яһала, йорт яны биләмәләре төҙөкләндерелә.
Сығышы аҙағында Рөстәм Хәмитов ветерандарға хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– 9 май – бөтә рәсәйҙәр өсөн милли берҙәмлек һәм ғорурлыҡ көнө. Ул беҙҙе атай-олатайҙарыбыҙға лайыҡлы булырға, уларҙың батырлығына, ныҡлығына һәм еңеүгә ынтылышына тиңләшергә саҡыра, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. – Башҡортостан халҡы исеменән һеҙгә, ҡәҙерле ветерандар, әлеге тыныс тормошобоҙ өсөн оло рәхмәт әйтәм.
Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика