11:33 (UTC+5), 05 Май 2017

Еңеү байрамы уңайынан республика халҡын дүрт көн ял көтә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Еңеү байрамы уңайынан Башҡортостан халҡын дүрт көн ял көтә. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы 9 май — Еңеү көнө — ял көнө булып тора.
Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланһын өсөн Рәсәй Хөкүмәтенең 2016 йылдың 4 авгусындағы «2017 йылда ял көндәрен күсереү тураһында»ғы ҡарары менән 7 ғинуарҙағы ял көнө 8 майға күсерелде.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 6, 7, 8, 9 май – ял көндәре. Йома, 5 майҙа, эш оҙайлылығы ҡыҫҡармай.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 9 майҙағы байрам көнө отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика