05:30 (UTC+5), 04 Мая 2017

Республиканың моноҡалаларында «Төҙөкләндереүгә биш аҙым» проекты ғәмәлгә ашырыла

Учалы районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү программаһының «Төҙөкләндереүгә биш аҙым» тигән төп йүнәлеше ғәмәлгә ашырыла башланы. Ошо проект сиктәрендә уҙған көндәрҙә Учалы районының Рудник биҫтәһендә процедуралар кабинеты асылды.
Был биҫтәлә 4,5 меңдән ашыу кеше йәшәй. Хәҙер уларҙың ҡаланың үҙәгенә бармайынса ғына уңайлы һәм санитар нормаларға ярашлы шарттарҙа беренсел медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Яңы процедуралар кабинетында биҫтәлә йәшәүселәр дүшәмбенән йомаға тиклем төрлө инъекциялар яһата, төп анализдарҙы тапшыра ала. Киләсәктә бында табип-терапевт бүлмәһен асыу күҙаллана, халыҡтың аптека пунктының кәрәклеге хаҡында үтенесе ситтә ҡалманы.
«Һуңғы йылдарҙа Рудник биҫтәһендә күп нәмә эшләнде – йыл һайын һыу тәьминәте селтәрҙәре яңыртыла, юлдарҙың соҡорҙары ямала, балалар баҡсаһына капиталь ремонт эшләнде, уҙған йылдың декабрендә капиталь ремонттан һуң яңыртылған 2-се китапхана асылды, ул биҫтәлә йәшәүселәрҙең яратҡан урынына әйләнде. Уртаҡ көс менән дөйөм йортобоҙҙо тәртипкә килтерергә тейешбеҙ. Учалы Үҙәк ҡала дауаханаһына рәхмәтлебеҙ, уның белгестәре намыҫлы эшләне, төҙөлөш эштәре билдәләнгән ваҡытта тамамланды», — тине Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, һаулыҡ һаҡлау объектын асыуҙа сығыш яһап.
Ремонт эштәрен сифатлы һәм ваҡытында тамамлаған төҙөүселәргә ҡала биләмәһе хакимиәтенең почет грамоталары тапшырылды.
Чехов урамында уҙған быуаттың 70-сы йылдарында төҙөлгән сауҙа үҙәгендә бүлмәне ремонтлауға Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы бюджеттан тыш аҡсанан яҡынса 700 мең һум йүнәлткән. Ҡала дауаханаһының хужалыҡ төркөмө көсө менән бында һыу тәьминәте һәм канализация системалары, электр ҡорамалдары йүнәтелгән, тәҙрә һәм ишектәр яңыртылған. Процедуралар кабинеты заманса ҡорамалдар һәм медицина йыһаздары менән тәьмин ителгән. Алдан үҙәк ҡала дауаханаһының процедуралар бүлмәһендә эшләгән шәфҡәт туташы Юлия Павлеченконың әйтеүе буйынса, яңы кабинетта халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика