02:28 (UTC+5), 04 Мая 2017

Республиканың эҙәрмәндәр отрядына быйыл күберәк аҡса бүленәсәк

Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республиканың эҙәрмәндәр отрядына быйыл дәүләттән финанс ярҙам арттырылды. Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған Ҡыҙыл Армия хәрби хеҙмәткәрҙәрен табыу буйынса эш алып барған социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға республика ҡаҙнаһынан субсидиялар биреү тәртибе ҡаралды.
Былтыр төбәктең эҙәрмәндәр отрядына 1,3 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтелһә, 2017 йылда 1,5 миллион һум була, тип хәбәр ителә Хөкүмәт сайтында.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Хәбибовтың әйтеүе буйынса, республикала 43 эҙәрмәндәр отряды эшләй. Йыл һайын 300-ҙән ашыу йәш эҙәрмән экспедицияларҙа ҡатнаша. Былтыр улар 200-ҙән ашыу һалдаттың мәйетен, 100-ҙән күберәк һәләк булғандарҙың туғанын тапты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика