11:01 (UTC+5), 04 Май 2017

Республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 4 майҙан Башҡортостанда янғынға ҡаршы махус режим индерелде. Был урман янғындарын иҫкәртеү өсөн билдәле сикләү сараларын ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк.
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, һуңғы ваҡытта республикала, бөтә илдәге кеүек үк, урман янғындарына бәйле хәл ҡатмарлашты. Һуңғы өс көндә генә Башҡортостандағы тораҡ пункттарҙа янғындар һаны һиҙелерлек артты. 18 йорт ҡаралтыһы зыян күрҙе, ете йорт янып бөттө.
Кәңәшмәлә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов хәбәр итеүенсә, яҙғы-йәйге янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек буйынса махсус саралар комплексы ҡаралған.
Ләкин, күрелгән сараларға ҡарамаҫтан, янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып төбәктә 340 гектар майҙанда 23 янғын сыҡҡан. Урман янғындары Белорет, Бөрйән, Ишембай, Дыуан, Күгәрсен һәм Дәүләкән райондарында теркәлгән. Күпселек осраҡта янғындарға кеше үҙе сәбәпсе.
Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, бер тәүлек эсендә төбәктә 10 урман янғыны сыҡҡан. Бөгөнгә 102 гектар майҙанда туғыҙ янғын һүндерелгән. Белорет районында Тирлән урмансылығы биләмәһендә бер урман янғыны ҡотора. 197 гектар ер зыян күргән. Янғынды һүндереүгә 87 кеше һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән. Тораҡ пункттарға һәм иҡтисад объекттарына хәүеф янамай.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика