08:29 (UTC+5), 04 Май 2017

Башҡортостандың баш ҡалаһы «Еңеү армияһы-2017» агитация поезын ҡаршы алды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһы Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығы уңайынан Рәсәй Оборона министрлығы уҙғарған акцияға ҡушылды. «Еңеү армияһы-2017» агитация поезын кисәге, 3 майҙа, «Өфө» станцияһында йөҙләгән кеше ҡаршы алды. Патриотик акцияға йәмәғәт ойошмалары, сәйәси партиялар, кадеттар һәм эҙәрмәндәр отрядында ҡатнашыусылар ҡушылды. Бөйөк Ватан һуғышының яу яланында ятып ҡалған яҡындарын иҫкә алырға һәм дөйөм халыҡ Еңеүе шатлығын уртаҡлашырға тип күп кенә өфөләр балалары менән килде.
Хәрби комиссар Игорь Харченко һуғыш йылдарында республиканың Еңеүгә тос өлөш индергәнен хәтергә төшөрҙө.
«300 меңләп Башҡортостан халҡы яу яланынан ҡайтманы. Олаталарын, аталарын, ирҙәрен, улдарын һәм ҡыҙҙарын көтөп алмағандарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ», — тине хәрби комиссар.
Патриотик акция барышында республика халҡы данлыҡлы яҡташтары – Александр Матросовтың, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың, Муса Гәрәевтың батырлыҡтарын иҫкә алды. Республиканың 200 меңдән ашыу яугире батырлыҡ өсөн орден-миҙалдар менән наградланған.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александра Андреевна Абакумоваға айырым рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Күп йылдар элек ул «Өфө» станцияһынан Ватанды һаҡларға тип китә.
Акцияла ҡатнашыусылар шул йылдарҙағы хәрби техникаға ҡағыла алды. Агитация поезына тарихи ҡорамал өлгөләре һәм хәрби техника ингән. Балалар һәм өлкәндәр Т-34, Т-72БЗ танктарын ҡарай һәм улар эргәһендә фотоға төшә алды. Платформаларҙа ИС-3, БТР-802Л, үҙ йөрөшлө СУ-100 ҡоролмаһы, артиллерия һәм зенит-артиллерия тубы күрһәтелгән. Музей экспозицияһына айырым вагон бүленгән. Байрамды ижади коллективтарҙың концерты дауам итте.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика