17:50 (UTC+5), 04 Май 2017

Баш ҡалала Дан аллеяһының урыны билдәле булды

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Дан аллеяһы Өфөнөң Совет районындағы Еңеүҙең 50 йыллығы скверында ултыртыла. Ағас ултыртыу 6 майҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Бөтәһе 350 саған, 150 артыш һәм 100 сауыр ултыртыу күҙаллана, тип хәбәр итә район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Ҡала халҡын сарала әүҙем ҡатнашырға саҡыралар.
Өфө тауыш биреү йомғаҡтары буйынса 500 меңдән ашыу кеше йәшәгән биш ҡала иҫәбенә инеп, «Дан аллеяһы» акцияһында еңеү яулаған ҡалаларҙың береһе булды. Ағастар Өфөлә, Ҡазанда, Тулала, Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә ултыртыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика