08:41 (UTC+5), 03 Мая 2017

Төбәктә «Иғтибар - мотоцикл!» акцияһы ойошторола

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Республика юлдарында мотоциклсылар ҡатнашлығында 99 авария теркәлгән. Ошо юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә һигеҙ кеше һәләк булған һәм 120-һе йәрәхәтләнгән. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһында уҙған йылдағы мотомиҙгелгә йомғаҡ яһалды.
«Һәр дүртенсе юл-транспорт ваҡиғаһы ике тәгәрмәсле транспорттың иҫерек водителе ҡатнашлығында булған, ошо категорияның ғәйебе буйынса һәр дүртенсе кеше зыян күргән», — тип билдәләнеләр ведомствола.
Һуңғы йылдарҙа республика урамдарында һәм юлдарында мотоциклдар һәм скутерҙар һанының артыуы күҙәтелә. Руль артында үҫмерҙәрҙе лә йыш күрергә мөмкин.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы ошо транспорт менән бәйле аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелгән иҫкәртеү сараларын башланы. Ведомствола юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы тиҙлек режимын һәм юл ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыралар. Әлеге саралар барышында ата-әсәләр генә үҙ балаларын хәүефтән һаҡлай алыуҙары тураһында видеролик төшөрөлдө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика