11:18 (UTC+5), 03 Мая 2017

Республикала автомобиль юлдарын төҙөкләндереү һәм яҡшыртыу буйынса айлыҡ уҙғарыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2 майҙан 2 июнгә тиклем Башҡортостанда дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын һәм уларҙағы яһалма ҡоролмаларҙы, юл яны һыҙаттарын төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү буйынса айлыҡ уҙғарыла. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.
Урындағы үҙидара органдарына Юл хужалығы идаралығы, «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығы һәм «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте менән берлектә айлыҡҡа әҙерлек буйынса штаб, дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү, архитектура йәһәтенән биҙәү бригадаларын ойошторорға тәҡдим ителде.
Айлыҡ барышында асфальт-бетон япмаларҙы ремонтлау, соҡорҙарҙы ямау, ташҡын һөҙөмтәһендә емерелгән участкаларҙа ремонтлау-тергеҙеү эштәрен башҡарыу, юл ситен күп йыллыҡ үләндәр менән йәшелләндереү, сүп-сарҙан таҙартыу күҙаллана.
9 июнгә тиклем төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарының торошо тикшереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика