Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2017, 07:58

Башҡортостанда фән һәм техника өлкәһендәге премияға эштәр 31 майға тиклем ҡабул ителә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия 31 майҙа фән һәм техника өлкәһендә республиканың дәүләт премияларына дәғүә итеү өсөн эштәрҙе ҡабул итеүҙе тамамлай. Һөҙөмтәләр буйынса һәр береһе 500 мең һумлыҡ өс премия тапшырыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала дәүләт премияһы тәбиғәт, техник һәм гуманитар фәндәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән ғилми тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең инновациялы үҫешен тәьмин иткән өр-яңы техника өлгөләрен һәм прогрессив технологиялар эшләгән өсөн ике йылға бер тапҡыр бирелә.
Башҡортостан Башлығы сайтында 2017 йылда эштәрҙе тәҡдим итеү һәм документтарҙы рәсмиләштереү тәртибе баҫылған.
Документтар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, 315-се бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 280-80-93.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: