02:04 (UTC+5), 02 Мая 2017

Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй экологик өмәһендә ҡатнашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 29 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Йәшел Рәсәй» бөтә Рәсәй экологик өмәһе барышында уҙған «Минең Республикам» тәбиғәтте һаҡлау акцияһында ҡатнашты.
Шәмбе өмәһе ғәҙәттәгесә май байрамдары алдынан тораҡ пункттарҙа экологик хәлде яҡшыртыу маҡсаты менән ойошторола. Унда дәүләт власы органдары, муниципалитеттар, йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар ҡатнаша.
Төбәк етәксеһе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән бергә Александр Матросов исемендәге баҡса биләмәһен сүп-сарҙан һәм былтырғы япраҡтарҙан таҙартты.
Башҡортостан биләмәләрҙе таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Был көндө Бөтә Рәсәй экологик өмәһе барышында төбәктә «Минең Республикам» яҙғы тәбиғәтте һаҡлау акцияһы, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен – ҡурсаулыҡтарҙы, милли һәм тәбиғәт парктарын, заказниктарҙы һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын тәртипкә килтереүгә һәм төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән «Парктар маршы» уҙҙы.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика