18:08 (UTC+5), 02 Мая 2017

Киң фюзеляжлы самолет Өфөнән Даламанға тәүге рейс башҡарҙы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2 майҙа төндә киң фюзеляжлы самолет Өфөнән Даламанға тәүге рейс башҡарҙы. Ошо йүнәлеш буйынса Төркиәгә 282 пассажирға иҫәпләнгән Boeing 777-200 һауа судноһында аҙнаһына ике тапҡыр, дүшәмбе һәм йома көндәрендә, осорға мөмкин. Туристар дүрт сәғәтен юлда уҙғарасаҡ. Осош программаһы ағымдағы йылдың 6 октябренә тиклем иҫәпләнгән, тип хәбәр итә «Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәте.
1 июндән авиакомпания Boeing 777-200 самолетында Өфө — Сочи — Өфө йүнәлеше буйынса даими рейстар башҡарырға ниәтләй. Самолет дүшәмбе һәм кесаҙна көндәрендә юлға сыға. Тағы ла бер авиакомпания икенсе миҙгел рәттән Airbus A330 самолетында баш ҡаланан рейстар ойоштора. Былтыр самолет туристарҙы Өфөнән Ҡырымға һәм Краснодар крайы курорттарына ташыны. Ағымдағы йылдың 3 июненән һауа судноһы Анталья — Өфө — Анталья йүнәлешендә аҙнаһына өс рейс башҡарасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика