15:23 (UTC+5), 02 Мая 2017

Өфөлә ҡала биләмәһен талпандарҙан, серәкәйҙәрҙән һәм сысҡандарҙан эшкәртеү башлана

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләрҙе талпан энцефалиты, малярия йәки «сысҡан» (геморрагик) биҙгәгенән ҡурсалау өсөн ҡалала һыу ятҡылыҡтарын һәм парктарҙы, шулай эргә-тирәләге урмандарҙы эшкәртеү башлана, тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Дезинсекцияны Республика дезинфекция үҙәге үткәрә. Учреждениеның баш табибы Павел Мочалкин әйтеүенсә, быйыл яҙ Өфөлә 555 гектар майҙанды талпандарҙан, 320 гектарҙы серәкәйҙәрҙән һәм 480 гектарҙы һыу ятҡылыҡтарында серәкәй ҡарышлауыҡтарынан, шулай уҡ 10 400 гектар ерҙе кимереүселәрҙән эшкәртеү күҙаллана.
«Эштәрҙе беҙҙең хеҙмәткәрҙәр Рәсәй биләмәһендә рөхсәт ителгән һәм халыҡ өсөн хәүефһеҙ булған заманса препараттарҙы һәм яңы махсус ҡорамалдарҙы файҙаланып, ғәмәлдәге санитар ҡануниәткә ярашлы башҡарасаҡ», — тип асыҡлыҡ индерҙе Павел Мочалкин.
Һуңынан ошо сараларҙың сифатын баһалау өсөн бөжәктәр һәм кимереүселәргә тикшереү үткәрелә.
Идара итеүсе компаниялар һәм торлаҡ милекселәре ширҡәте көсө менән подвалда урынлашҡан биналарҙа ла санитар-иҫкәртеү саралары уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика