06:40 (UTC+5), 02 Мая 2017

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы Еңеү көнөнә арналған автоуҙыштың символына әүерелде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы уның барлыҡҡа килеүенә — 75 һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығына арналған автоуҙыштың символына әүерелде. Байраҡтың күсермәһен тапшырыу тантанаһы Өфөләге Еңеү паркында үтте. Иҫтәлекле акцияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты һәм Ростов өлкәһендәге «Яҡташтар» татар мәҙәни үҙәге ойошторҙо. Автоуҙышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.
Байраҡтың күсермәһен тапшырыуҙа Башҡортостандың хәрби комиссары Игорь Харченко, Рәсәй Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәренең М. Шайморатов исемендәге 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отряды, республиканың һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы, «Любизар» 1-се башҡорт атлы полкы» хәрби-тарихи клубы ҡатнашты, тип хәбәр итте ойоштороусылар.
30 апрелдә Өфөлә данлы 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһы һуғышҡан урындар буйлап автоуҙыш башланды. Сәйәхәттең маршруты Өфө — Һамар — Волгоград — Обливская станицаһы — Морозовск — Белая Калитва — Ростов өлкәһенең Красновка утары аша үтә.
Автоуҙышта күрһәтелгән һәр пункт — яҡташтарыбыҙҙың ҡаны тамған ер. Обливская станицаһы өсөн алышта меңдәрсә яугирҙең ғүмере өҙөлгән. Ҡайһы бер полктарҙа 100-гә тиклем кавалерист ҡалған. Морозовск ҡалаһын азат иткән өсөн дивизия Юғары баш командующий И. В. Сталиндың рәхмәтенә лайыҡ булған. Әле Белая Калитва эргәһендә Советтар Союзы Геройы, башҡорт эскадроны командиры Аннаклыч Атаев иҫтәлегенә бирелгән Атаевка ҡасабаһы бар. Белая Калитва урамдарының береһе дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөтә.
Автоуҙыш 4 майҙа Ростов өлкәһенең Тарасов районында 13 Советтар Союзы Геройы мемориалында тамамлана. Советтар Союзы Геройҙары Зөбәй Үтәғолов һәм Тимерәй Ҡубаҡаев ошонда ерләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика