09:33 (UTC+5), 28 Апрель 2017

Төбәктә талпан ҡаҙалыуҙың тәүге осраҡтары теркәлде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл Башҡортостанда талпандар ғәҙәттәгенән һуңыраҡ «уянды». Ләкин улар әүҙемлеген юғалтмаған. Республика буйынса Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәтттәренә ярашлы, әлеге көндә 30-ҙан ашыу кеше талпандан зыян күргән. Ведомствола уларҙың күпмеһе бала икәнлеге хаҡында мәғлүмәт бирелмәй. Бөжәктәрҙең талпан энцефалиты вирусы менән зарарланыу кимәле 4,3 процент тәшкил итә. Был күрһәткес 2016 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда түбәнерәк — 6,7 процент.
Талпан энцефалитына ҡаршы вакцина эшләү — хәүефле сирҙәрҙән иң ышаныслы һаҡланыу сараһы, тип билдәләй белгестәр. Май байрамдары алдынан эпидемиологтар йәнә һаҡланыу саралары хаҡында иҫкәртә. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда бөтә тәнде ҡаплаған кейем кейергә, махсус спрейҙар ҡулланырға, үҙеңде һәм яҡындарыңды иғтибарлап ҡарарға кәрәк.
Әле республикала парктар, скверҙар һәм урмандар акарицид ярҙамында эшкәртелмәгән. Төбәктә уңайлы һауа шарттары булыу менән был эш башланасаҡ. 2017 йылда 3,7 мең гектарҙан ашыу биләмәлә ошондай эштәр күҙаллана.
Бөжәктәрҙең энцефалит һәм боррелиоз вирустары менән зарарланыу кимәлен Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә, уның филиалдарында тикшертергә мөмкин.
Лабораторияларҙың адресы Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы сайтында бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика