10:44 (UTC+5), 28 Апреля 2017

Башҡортостан һәм Яҡут республикалары үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында яңы килешеүгә ҡул ҡуйырға әҙерләнә

Гөлсәсәк Ханнанова
Гөлсәсәк Ханнанова
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Саха (Яҡут) Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы даими вәкиллегендә Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының Халыҡ-ара эштәр буйынса комитет ағзаһы, Мәскәүҙә «Башҡортостан яҡташлығы» төбәк йәмәғәтселек ойошмаһы етәксеһе Рафаил Зинуровтың скульптуралар күргәҙмәһе асылды. «Риүәйәт юлы» экспозицияһы 27 апрелдә Яҡут көнөнә һәм Яҡут Автономлы Совет Социалистик Республикаһы ойошторолоуға 95 йыл тулыуған арналды. Ул төрлө илдәрҙең билдәле милли геройҙарының 17 бюсынан тора. Күргәҙмәне асыу сараһында Яҡут (Саха) Республикаһынан сенатор Александр Акимов, Саха (Яҡут) Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Юрий Куприянов, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Артур Шәйнуров булды.
Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова хәбәр итеүенсә, коллекция һуңғы 30 йыл дауамында бронзанан эшләнгән бюстарҙы һәм скульптураларҙы берләштерә. Улар араһында – үҙ дәүләтенең формалашыуында ҙур роль уйнаған тарихи шәхестәр, милли геройҙар, үҙ илдәренең иреклеге өсөн көрәшеүселәр, күптәре – киң билдәле түгел, шуға уларҙың образдары өҫтөндә эшләү өсөн күп көс һалырға, архивтарҙа тарихи мәғлүмәттәрҙе эҙләргә кәрәк булды. Һуңғы эштәрҙең береһе – Яҡут Республикаһының милли геройы Василий Манчаары образы, уны ҡайһы берәүҙәр «Яҡут Робин Гуды» тип йөрөтә. Әлеге ваҡытта Рафаил Зинуров Яҡут халҡының тарихы тураһындағы поэма өҫтөндә эшләй һәм был китапты быйыл июль айында Яҡут Республикаһында уҙасаҡ «Играм Маанчары — 2017» милли Яҡут спартакиадаһына нәшер итергә ниәтләй.
Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы Александр Акимов күргәҙмәне асыу тантанаһынла сығыш яһап, сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын Яҡут һәм Башҡортостан республикалары араһында хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәлтте. «Бер йыл элек Мәскәүҙә Башҡортостан һәм Яҡут яҡташлыҡтары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйып, мөһим эш башланыҡ. Хәҙер юғары кимәлдә, Башҡортостан һәм Яҡут республика башлыҡтары араһында киң эшмәкәрлек төрҙәре буйынса Килешеүгә ҡул ҡуйыуға әҙерлек буйынса ҙур эш бара. Был ваҡиға Санкт-Петербург иҡтисади форумы сиктәрендә булыр, тип күҙаллана. 2020 йылға тиклемге осорҙа ике республиканың ике яҡлы хеҙмәттәшлеге буйынса уртаҡ саралар планы әҙерләнә. Бындай үҙ-ара эш итеү өлгөһө Рәсәйҙең төбәктәр менән көслө булыуын дәлилләй», — тине Александр Акимов.
Ике төбәктең төп хеҙмәттәшлек йүнәлештәре баштан уҡ 2011 йылда ҡул ҡуйылған ике яҡлы Килешеү менән нығытылған. Күп йыллыҡ үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәһендә яҡтар агросәнәғәт комплексы, мәғариф һәм спорт өлкәһендәге хеҙмәттәшлектә ҙур уңышҡа өлгәште. Башҡортостан уҡыусылары йыл һайын Яҡут Республикаһында «Туймаада» халыҡ-ара уҡыусылар олимпиадаһында, республика спортсылары «Азия балалары» уйындарында әүҙем ҡатнаша, ә республикаларҙың Фәндәр академиялары гуманитар өлкәлә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Мәҙәни тәжрибә уртаҡлашыу ҙа әүҙем бара. Яҡут Республикаһында «Яҡташ» башҡорт-татар мәҙәни үҙәге уңышлы эшләп килә, уның маҡсаты – Яҡут Республикаһында йәшәүсе башҡорт һәм татарҙарҙың милли мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеү. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Саха (Яҡут) Республикаһында яҡынса ике мең башҡорт һәм ун мең татар йәшәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика