11:54 (UTC+5), 27 Апреля 2017

Яҙғы һунарсылыҡ осоронда Башҡортостанда 47 хоҡуҡ боҙоу асыҡланған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 22 апрелдән 1 майға тиклем Башҡортостанда яҙғы һунарсылыҡ миҙгеле асылды. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡытта ҡурпысыҡтарға, ҡыр ҡаҙҙарына (һоро ҡыр ҡаҙҙарынан башҡа), ата өйрәктәргә, һуйырҙарға, ҡорҙарға һунар рөхсәт ителә.
Ғәҙәттәгесә, яҙғы һунарсылыҡ осоронда Экология министрлығының дәүләт инспекторҙары рейдҡа сыға. Алты көн эсендә 47 хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған, шуларҙың икәүһенә енәйәт яуаплылығы янай. Әбйәлил районында һунарсылар законһыҙ рәүештә мышы, Хәйбулла районында ике ҡоралай атҡан.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һунарсыларға яҙғы һунарсылыҡ осоронда ғәмәлдә булған тыйыуҙар һәм сикләүҙәр тураһында иҫкә төшөрә. Рәсәй Федерацияһының һунарсылыҡ ҡағиҙәләренә ярашлы, яҙғы һунар тик һыу ҡоштары менән урман ҡоштарына ғына рөхсәт ителә. Ҡырағай хайуандар тауышы сығарған электрон приборҙар, һыу ҡоштарын эҙәрлекләү өсөн кәмәләр ҡулланыу, ҡурпысыҡтарҙың иртәнге «тартылыу» мәлендә һунар итеү, селдәр, ҡашҡабаштар, ҡуҡыйҙар аулау тыйыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика