Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2017, 07:43

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы ағзалары менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 26 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы ағзалары менән осрашты. Профсоюздарҙың предприятие етәкселеге менән үҙ-ара эш итеү, эш хаҡы һәм хеҙмәт ҡануниәтен үтәү мәсьәләләре тикшерелде.
- Республиканың Профсоюздар федерацияһы 600 меңдән ашыу кешене берләштерә. Һеҙ хеҙмәт кешеһенең мәнфәғәтен яҡлаусы һәм йәмәғәт тотороҡлоғон нығытыуға йоғонто яһаусы иң ҙур һәм көслө ойошма булып ҡалаһығыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Баҙар мөнәсәбәттәрендә хеҙмәт кешеһенең мәнфәғәтен яҡлау мәсьәләһе бик мөһим. Профсоюздарҙың был шарттарҙа дөрөҫ ҡарар табыу һәм үҙ хоҡуҡтары менән ҡулланыу өсөн вәкәләттәре ҙур.
2016 йылда Профсоюздар федерацияһы, эш биреүселәрҙең берекмәләре һәм республика Хөкүмәте араһында 2019 йылға тиклем сираттағы Килешеү төҙөлдө. Башҡортостан 18 төбәк иҫәбендә хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү буйынса федераль программала ҡатнашты.
- Социаль партнерлыҡ, бәлки, ҡайһы бер өлөштә ҡыҫҡартылған ҡиәфәттәлер, әммә ул эшләй. Шуның иҫәбенә етештереүҙең кәмеүенә, мәшғүллек өлкәһендәге хәлдең киҫкенләшеүенә юл ҡуйылмай. Һис шикһеҙ, хеҙмәт кешеһенә ярҙам итәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Профсоюздар тармаҡҡа тариф килешеүҙәре кеүек көслө ҡоралды файҙаланып, эш хаҡын арттырыуҙа әүҙем роль уйнарға бурыслы. Эш биреүселәр профсоюздарҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға һәм уларҙы хөрмәт итергә, уларҙың талаптарын үтәргә һәм хеҙмәт коллективы өсөн мөһим һорауҙар буйынса мотлаҡ рәүештә улар менән бергә хәл итергә тейеш.
Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы рәйесе Марат Хөсәйенов 2016 йылда профсоюздарҙың эше тураһында һөйләне. Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Александр Кузьменко социаль өлкәлә дәүләткә ҡарамаған секторҙы үҫтереү темаһына ҡағылды. Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Светлана Пронина ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән белгестәрҙең коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрен компенсациялау мәсьәләһен күтәреп сыҡты.
Бынан тыш, Светлана Пронина балалар баҡсаһына йөрөгән балаларҙың һаны иҫәптә торғандарҙан күберәк булған осраҡта мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә өҫтәп түләү кәрәклеген билдәләне.
- Республика етәксеһе вазифаһында үҙ эшемде балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыуҙан башланым. Уртаса эш хаҡын яҡшы кимәлгә күтәрҙек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ата-әсәләргә ярҙам итәсәкбеҙ. Хөкүмәткә халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына булышлыҡ итеүгә бәйле варианттарҙы ҡайтанан ҡарарға ҡуштым.
Әңгәмә барышында Марат Хөсәйенов, тәү сиратта, банкротлыҡ процедураһын үткән предприятиеларҙа эш хаҡы буйынса бурыстар мәсьәләһен билдәләне.
- Әйҙәгеҙ был башланғыс менән федераль кимәлдә сығыш яһайыҡ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Кешеләр интегә. Финанс хәлен төҙәтмәү, кешеләрҙе урамға сығарып ебәреү, йылдар буйына эш хаҡы менән бәйле хәл ителмәгән мәсьәлә.
Рәсәй авиация сәнәғәтендә эшләүселәр профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Роман Калякулин үҫешкән компаниялар һәм урындағы профсоюздар араһында бергәләп эш итеү механизмын әҙерләргә тәҡдим итте.
Рәсәй урман тармағы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Сергей Бобб урман эшкәртеү өлкәһендә хеҙмәт ҡануниәтен үтәү мәсьәләһен билдәләне.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: