10:59 (UTC+5), 26 Апреля 2017

Төбәктә урман янғындарын һүндереү буйынса зона уҡыуҙары үтте

БР Урман хужалығы
БР Урман хужалығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Янғын хәүефе миҙгеле башланыр алдынан республикала урман янғындарын һүндереү буйынса зона уҡыуҙары үтте. Быйыл улар Кананикольский һәм Ҡариҙел урман хужалыҡтарында уҙғарылды.
Дөйөм алғанда, урман янғындарын һүндереү буйынса уҡыуҙа 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, 34 берәмек махсус техника йәлеп ителде.
Төбәктең Урман хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, уҡыуҙар яҡшы үтте, ҡуйылған маҡсаттар үтәлде. Шул рәүешле Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы учреждениеларға муниципалитет хакимиәттәре менән берлектә халыҡ араһында урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү буйынса иҫкәртеү һәм аңлатыу эштәрен көсәйтергә кәрәк. Тәү сиратта айырым янғынға ҡаршы режим ваҡытында.
Айырым янғынға ҡаршы режим шарттарында урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штраф ҡаралған. Граждандар өсөн – биш мең һумға тиклем, вазифалы кешеләр өсөн – 40 меңгә ҡәҙәр, юридик берәмектәр өсөн – 500 меңгәсә.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта урман янһа, штрафтар арта. Граждандар өсөн штраф суммаһы биш мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – 50 мең, юридик берәмектәр өсөн 1 миллион һумға ҡәҙәр тәшкил итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика