06:28 (UTC+5), 26 Апрель 2017

Рөстәм Хәмитов Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 25 апрелдә Силәбелә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский төбәктә йәшәгән башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашты.
– Силәбе өлкәһендә башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлау өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла. Ошондай әүҙем эш алып барылыуға бик шатбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Күрше төбәктәрҙең дуҫтарса бәйләнештәре уңышлы үҫешеүе бик мөһим. Башҡортостан республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә һәр саҡ ярҙам күрһәтә һәм киләсәктә лә быны дауам итергә уйлайбыҙ. Беҙ Силәбе өлкәһендәге башҡорт мәктәптәрен дәреслек, методик әсбаптар менән тәьмин итеүҙә, башҡорт теле уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреүҙә ярҙам итәбеҙ. Йәмәғәт ойошмаларыбыҙҙың берлектәге эш йүнәлештәре хаҡында һөйләгәндә, был тәү сиратта милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу. Бөгөн һөҙөмтәле, тикшерелгән милли-мәҙәни сәйәсәт – власть органдарының ғына түгел, ә бөтә йәмғиәттең, халыҡтың эше.
– Силәбе өлкәһендә Башҡортостандан ҡала Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда иң күп этник башҡорттар йәшәй. Көньяҡ Уралдағы башҡорт йәмғиәтендә 162 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, – тип билдәләне төбәк губернаторы Борис Дубровский. – Башҡа төп милләт вәкилдәре кеүек үк, улар – беҙҙең «алтын фонд».
Көньяҡ Урал башҡорттары 16 милли-мәҙәни ойошмаға берләшкән. Уларҙың мәнфәғәттәрен Силәбе өлкәһенең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы яҡлай. Етәксеһе – Морис Йосопов. Осрашыуҙа ул Силәбелә милли көрәш секцияһы ойошторолоуын, хәҙерге көндә уның әүҙем үҫешеүен һөйләне. Төбәктә башҡорттарҙың мираҫын һаҡлауға һәм арттырыуға йүнәлтелгән проекттар ғәмәлгә ашырыла. Морис Йосопов Башҡортостан менән берлектә «Балалар һабантуйы» һәм «Илебеҙ батырҙары» проекттарын тормошҡа ашырырға тәҡдим итте. «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» Эльбрус Ниғмәтуллин республикала «Башҡортостандың иң көслө кешеһе» ярыштарын ойоштороу тәҡдимен индерҙе. Рөстәм Хәмитов был идеяларҙы хупланы.
2014 йылдан Силәбе өлкәһендә «Уралым» милли гәзите, ә 2016 йылдан өлкә телевидениеһында ошо уҡ исемле тапшырыу сыға башланы. Баҫманың баш мөхәррире Нурия Иҡсанова был медиапродукттарҙың өлкәләге башҡорт халҡы араһында популяр булыуы хаҡында һөйләне. Шуның менән бергә ул эштең тиҙлеген арттырыу өсөн редакцияға автомобиль кәрәклеген билдәләне. Республика автомобиль һатып алыуҙа һәм студия йыһаздарын яңыртыуҙа тейешле ярҙам күрһәтәсәк, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов төбәктең йәмәғәт ойошмалары менән эш итеү хаҡында һүҙ алып барғанда, башҡорттарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау өсөн «Силәбе өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йорто» тарихи-мәҙәни үҙәген, шулай уҡ Силәбелә башҡорт гимназия-интернатын асырға тәҡдим итте.
Осрашыуҙа Ҡурған һәм Силәбе өлкәләре мөфтөйө Ринат хәҙрәт Раев ҡатнашты. Быйыл Троицкиҙа VI Бөтә Рәсәй Рәсүлев уҡыуҙары һәм өлкә Һабантуйы ойошторола, тип билдәләне ул. Борис Дубровский Рөстәм Хәмитовты ошо әһәмиәтле сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика