08:47 (UTC+5), 26 Апреля 2017

Өфө уҡыусыһы һыуҙа батып барған ирҙе ҡотҡарған

Өфө хакимиәте сайты
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөнөң 24-се мәктәбенән 12 йәшлек Егор Мартынов батырлыҡ күрһәтә – һыуҙа батып барған ирҙе ҡотҡара. Ул көндө Егор туғандарында ҡунаҡта була. Тәҙрәнән һыуҙа батып барған ирҙе күреп ҡала һәм ярҙамға йүгерә, тип хәбәр ителә баш ҡала хакимиәтенең сайтында.
«Күреп ҡалдым да, таяҡ алып йүгерҙем. Иң тәүҙә боҙға сығарып маташтыҡ, боҙ ватылды. Беҙ уға ярға табай йөҙөргә ҡуштыҡ. Ул яҡыныраҡ йөҙөп килгәс мин уға таяҡты һуҙҙым. Һыуҙан сығарып өйгә алып ҡайттыҡ та, «ашығыс» ярҙамды саҡырҙыҡ», — тип һөйләне уҡыусы.
Ир бала үҙен батыр тип һанамай һәм ҡыйыу ҡылығын ғаиләһенән башҡа бер кемгә лә һөйләмәй. Класс етәксеһе уҡыусының батырлығы хаҡында уның әсәһенән белә һәм класташтарына һөйләй.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы уҡыусыны ведомство наградаһы менән бүләкләү өсөн документтар юллай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика