02:28 (UTC+5), 26 Апреля 2017

Эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияларын индексациялау бюджетҡа 170-200 миллиард һумға төшәсәк – Хеҙмәт министрлығы

Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Эшләүсе пенсионерҙарға пенсияларын индексациялау бюджетҡа 170-200 миллиард һумға төшәсәк, әлегә түләүҙәрҙе ҡайтарыу тураһында ҡарар сыҡмаған, тип хәбәр итте Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин.
«Был бик ҙур аҡса, шуға уның менән нисек хәл итеү яғын ҡараясаҡбыҙ», — тип яҙа «Известия» гәзите Топилиндың «Интерфакс»та бирелгән телмәренән өҙөк килтереп.
Ошо теманы тейешле йөкләмәләрҙән һуң хөкүмәттең иҡтисади блогы тикшерәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдына министр. Уның фекеренсә, индексациялауҙы туҡтатып тороу хаҡындағы ҡарар эш биреүселәрҙең был категория граждандарын «күләгәгә» сығармауын көйләй.
Уҙған аҙнала Дәүләт Думаһы алдында отчет биргәндә хөкүмәт башлығы Дмитрий Медведев пенсияларҙы индексациялау мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Эшләмәгән рәсәйҙәрҙең пенсияларын индексациялау власть өсөн өҫтөнлөклө булып ҡала, тип билдәләне Премьер.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә яҡынса 9,6 миллион пенсионер эшләй. 2016 йылдан уларҙың пенсиялары индексацияланмай, тип хәтергә төшөрә баҫма.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика