05:56 (UTC+5), 25 Апреля 2017

Республиканан автоуҙышта ҡатнашыусылар Мәскәүҙә Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә сәскәләр һалды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Еңеү көнө алдынан Миәкә районынан «Быуындар йөрәгендә — хәтер һәм ғорурлыҡ» проекты сиктәрендә ойошторолған автоуҙышта ҡатнашыусылар Мәскәүҙә булды. Улар Башҡортостан яугирҙәренең хәрби дан урындарына сәфәр ҡыла. Акцияның координаторы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Айҙар Ғәлимов. Унда шулай уҡ республикабыҙҙан депутаттар, Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташлыҡ ойошмаһының «Офицерҙар клубы» ағзалары, «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәге әүҙемселәре ҡатнашты. Акцияла ҡатнашыусылар йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, офицерҙар — Рәсәй Геройҙары, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының рәсми вәкилдәре менән бергә Мәскәүҙәге Александр баҡсаһында Билдәһеҙ һалдаттың ҡәберенә сәскәләр һалды.
«Автоуҙышта ҡатнашыусыларҙың артабанғы юлы Великие Луки, Воронеж, Брянск, Һарытау ҡалалары аша үтә һәм, һәләк булған яҡташтарының ҡәберҙәренә сәскә һалыуҙан тыш, Бөйөк Ватан һуғышы үткән урындарҙа ҡаҙыу эштәрен алып барыуҙы күҙ уңында тота. Акция илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итә һәм яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ хаҡында хәтерҙе һаҡлай», — тип һөйләне Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика