11:23 (UTC+5), 25 Апреля 2017

Рөстәм Хәмитов Силәбе өлкәһендәге сәнәғәт һәм инфраструктура объекттарында булды

Силәбе өлкәһе Хөкүмәте сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 25 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбе өлкәһендәге бер нисә сәнәғәт һәм инфраструктура объекттарында булды.
Силәбелә республика етәксеһе өлкә губернаторы Борис Дубровский менән бергә 2015 йылда сәнәғәттең өҫтөнлөклө тармаҡтарында юғары технологиялы производствоны үҫтереү һәм импортты алмаштырыу проекттарын бойомға ашырыу өсөн булдырылған «Станкомаш» индустриаль паркын ҡараны. Уның дөйөм майҙаны 180 гектар тәшкил итә. Парк биләмәһендә етештереү эшмәкәрлеген 7 резидент тормошҡа ашыра.
Рәсәй менән Италияның берлектәге предприятиеһы – «СП Конар-Чимолаи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биналар һәм ҡоролмалар өсөн ҡатмарлы һәм ҙур габаритлы металл конструкциялары сығара. Уның продукцияһы Европалағы иң юғары «Лахта центр» эшлекле комплексын (Санкт-Петербург), шулай уҡ 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты үтәсәк майҙансыҡтарҙың береһен – «Арена Волгоград» стадионын төҙөүҙә файҙаланыла.
Тағы ла бер предприятие – «Конар» акционерҙар йәмғиәте нефть һәм газ тармағы өсөн деталдәр әҙерләүҙә махсуслаша. Заводтың үҙендә инженерҙар үҙәге, йыйыу-һынау комплексы, үлсәү лабораториялары бар. Бында етештерелгән продукцияға Башҡортостанда ла ихтыяж ҙур. Республикалағы «Башнефть», «Туймазыхиммаш», «ОЗНА» кеүек предприятиелар, шулай уҡ нефть һәм авиация университеттары менән хеҙмәттәшлек яйға һалынған.
Рөстәм Хәмитов етештереү участкаларында булды, унда продукция етештереү технологияһы һәм сығарылған ҡорамалдарҙың ассортименты менән танышты, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын баһаланы. Башҡортостан Башлығы «Рус электр двигателдәре» акционерҙар йәмғиәтенең нефть сәнәғәте өсөн электр двигателдәре етештереү буйынса заводтың төҙөлөш майҙансығын да ҡарап сыҡты. Предприятие 2016 йылдың апрелендә төҙөлә башлаған, 2018 йылда иһә етештерә башлау күҙаллана.
Сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы Кременкүл ҡасабаһында «Рифей» ат спорты комплексында булды. Комплекс 2009 йылда һалынған, уның майҙаны 47 гектар тәшкил итә.
«Рифей» етәкселеге һүҙҙәренсә, артабанғы үҫеш ике төп йүнәлеште күҙ уңында тота: быйылдан башлап комплекс биләмәһендә әүҙем ял паркын һәм заманса бишалыш буйынса федераль кимәлдәге спорт-күнекмәләр үҙәге төҙөлә башлай.
Комплекс алдында башҡорт тирмәһе ҡоролғайны. Республика делегацияһын ҡурай моңо менән ҡаршы алдылар. Рөстәм Хәмитов күнекмә үткәреү майҙансыҡтарын, манежды, административ һәм ярҙамсы биналарҙы ҡарап сыҡты, спортсыларҙың күрһәтмә сығыштарын баһаланы.
Башҡортостан Башлығы ат аҙбарында ла булды, унда үҙәктең хеҙмәткәрҙәре һәм тренерҙары менән аралашты. Улар төрлө, шул иҫәптән Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромындағы бәйгеләрҙә йыш ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләне. Рөстәм Хәмитов ат аҙбарында башҡорт тоҡомло аттарҙың етмәүен билдәләне һәм ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика