09:18 (UTC+5), 25 Апреля 2017

Өфөлә Инновацияларға булышлыҡ итеү көндәре асыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөгөн Өфөлә Инновацияларға булышлыҡ итеү көндәре асыла. «Сколково» фонды, Интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды, Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды вәкилдәре ҡатнашлығындағы ҙур сара Конгресс-холда үтә. «Инновациялар буйынса белешмә» инновацион проекттар һәм технологик стартаптар акселераторҙары менән берлектә республиканың Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты Инновацияларға булышлыҡ итеү көндәренең ойоштороусыһы булып тора.
Осрашыу гранттар һәм инвестициялау алыу менән ҡыҙыҡһынған стартапҡа нигеҙ һалыусыларға, башлап ебәреүсе технологик һәм интернет-эшҡыуарҙарға, юғары уҡыу йорттарының әүҙем студенттарына һәм уны тамамлаусыларға, үҙ эштәрен баҙарға сығарырға ынтылған уйлап сығарыусыларға бик ҡыҙыҡлы буласаҡ.
Ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар дәүләт гранттарын һәм инвестициялар алыуға мөмкинлектәр, шулай уҡ технологик һәм интернет-эшҡыуарлыҡҡа төрлө ярҙам итеү саралары хаҡында белә, үҙ проекттары менән таныштыра, белгестәр менән бәйләнеш булдыра аласаҡ.
Инновацияларға булышлыҡ итеү көндәре 26 апрелгәсә уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика