03:59 (UTC+5), 25 Апреля 2017

Башҡортостан вәкилдәре Волгоград ҡалаһында патриотик форумда ҡатнашты

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Волгоградта «Рәсәй Федерацияһында тәрбиә биреү стратегияһын үҫтереү: йәштәргә илһөйәрлек һәм гражданлыҡ тәрбиә биреүҙә «Ф.Ф. Слипченко исемендәге Волгоград лицейы» дәүләт ҡаҙна белем биреү учреждениеһының яңы тәжрибәһе» ХХV бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Унда Башҡортостандың ике вәкиле, Полтава исемендәге 95-се дүрт орден йөрөтөүсе дивизияһы яугирҙарының улдары – республиканың Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы президиумы ағзаһы Энгель Зәйнетдинов һәм Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев саҡырылды, тип хәбәр итте журналист Мәүлиҙә Яҡупова.
Сара сиктәрендә үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреү темаһына түңәрәк өҫтәлдәр, уҡыусыларҙың проекттары менән таныштырыу ойошторолдо. Ҡунаҡтар Мамаев ҡурғанындағы Мемориаль компллекста, шулай уҡ 1942 йылда ҡаты һуғыш барған Октябрь районында булды. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Үрге Кумск утарына барҙы, дүрт мең совет һалдаты ерләнгән «Ҡорос ялҡын» мемориалына сәскә һалды. Урындағы эҙәрмәндәр отряды ағзалары бында йыл һайын 40-лаған яугирҙың мәйетен таба.
Сәфәрҙә ҡунаҡтарҙы хәрби шәфҡәт туташы, хәҙер 95-се Гвардия дивизияһының Ветерандар советы рәйесе Мария Рохлина оҙатып йөрөнө. Уға 94 йәш, һау-сәләмәт ҡатын, бөтәһе менән бергә 300 саҡрым самаһы юл үтте.
«Һыуыҡ һәм елле көн булды, әммә күңелдәрҙә ойошторолған осрашыуҙан йылы ине, — тип ҡайтҡас тәьҫораттары менән уртаҡлашты Фәнил Ҡоҙаҡаев, 95-се Гвардия дивизияһы яугирының улы. — Еңеү көнө алдынан ошондай форумды ойошторған кешеләргә һуғыш ветерандары хаҡында изге хәтер, йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса әүҙем эш алып барғандары өсөн ныҡ рәхмәтлебеҙ».
Өлкә губернаторы булышлығында уҙғарылған сараны Полтава исемендәге 95-се гвардия дивизияһының Ветерандар советы һәм Ф.Ф.Слипченко исемендәге Волгоград лицейы ойошторҙо.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика