Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83
+0.16
98.3
+0.41
68.02
+0.07
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2017, 17:13

Төбәктең ҡала һәм райондары – экологик өмәләрҙең лидерҙары билдәләнде

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина /. 22 апрелдә ойошторолған экологик өмәләрҙең һөҙөмтәләре буйынса, Өфө, Нефтекама, Шишмә, Ишембай һәм Кушнаренко райондары ҙур әүҙемлек күрһәткән. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был муниципалитеттар биләмәләренең 45-56 процентын таҙартҡан. Дөйөм алғанда, республикала өмәләрҙә 400 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан, һигеҙ мең берәмек техника йәлеп ителгән. Бынан тыш, йәшелләндереү сиктәрендә ике мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған.
Читайте нас: