Өфөлә Еңеү көнөнә «Дан аллеяһы» барлыҡҡа килеүе ихтимал

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөләрҙе Еңеү көнө уңайынан үҙ ҡалаһында ағастар аллеяһын булдырыуға хоҡуҡ алыу өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡыралар.
«Дан аллеяһы» социаль-экологик акцияһын Мәскәүҙәге питомниктарҙың береһе башлап ебәргән. Ойоштороусылар ошо акцияла еңгән 15 ҡалала туғыҙ мең ағас ултыртырға әҙерлеген белдерҙе.
Проектта 412 ҡала ҡатнаша. Биш еңеүсе-мегаполис, биш уртаса ҡала һәм биш бәләкәй ҡала буласаҡ. Әле Өфө өсөн 21 031 тауыш бирелгән, баш ҡалабыҙ еңеүгә дәғүә иткән тәүге бишәү иҫәбендә.
Тауыш биреү конкурстың рәсми сайтында бара, ул апрель аҙағына ҡәҙәр дауам итә. Тауыштар ни тиклем күберәк булһа, ҡалала шунса ағас ултыртыу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика