03:36 (UTC+5), 24 Апреля 2017

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 апрель, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ошо көндәрҙә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Әмир Ишемғолов рәйеслегендәге ултырышта Свердловск, Һарытау, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан 110 делегат, шул иҫәптән республиканың район-ҡалаларынан 69 кеше ҡатнашты. Өфөгә килә алмаған делегаттар менән скайп аша бәйләнеш булдырылды. Улар араһында Ҡытайҙан, Татарстандан, Дондағы Ростовтан һәм Ҡырым Республикаһынан башҡорт диаспораһы вәкилдәре бар ине. Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостандан сенатор Рафаил Зинуров, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов булды.
Ултырышта республика район һәм ҡалалары башҡорттары ҡоролтайҙарының отчет – ҡайтанан һайлау эшенә йомғаҡ яһалды, йәмәғәт ойошмаһына яңы ағзалар ҡабул ителде. Делегаттар заманса тарихи һәм тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтендә Башҡортостан үткәненең аныҡ сағылышы, республика райондарында һәм ҡалаларында башҡорт ырыуҙары съездарын, башҡорт йәштәренең район һәм ҡала ҡоролтайҙарын, балалар ҡоролтайҙарын ойоштороу һәм уҙғарыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Сарала ҡатнашыусылар «Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә башҡорт теленең роле» тигән түңәрәк өҫтәл һәм Башҡорт автономияһын иғлан итеүгә арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарырға ниәтләүҙәрен белдерҙе.
Башҡорт ҡоролтайы Башҡарма комитетынаң 2017 йылға төп саралар планы раҫланды. Ғәҙәттәгесә, Башҡорт теле көнө, 1-2 июлдә Илеш районында «Башҡорт йәштәре дуҫтарын саҡыра» форумы ойошторола.
Сара аҙағында Башҡортостандан һәм Рәсәйҙән ситтә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ менән эш итеү буйынса комиссияның ултырышы үтте, унда һүҙ төбәктәр араһында килешеү булдырыу хаҡында барҙы. Быйыл юбилейҙарын билдәләгән ҡоролтай рәйестәренә саралар ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн «Башҡорттар» китабын бүләк иттеләр.
Сара сиктәрендә делегаттар башҡорт теленән региональ диктант яҙҙы. Шулай уҡ ултырышта ҡатнашыусылар Булат Йосоповтың «Бабич» тарихи-нәфис фильмын ҡараны.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика