10:14 (UTC+5), 24 Апреля 2017

Башҡортостан халҡы НТВ телеканалында «Һин супер!» проектында ҡатнашыусы яҡташтары өсөн тауыш бирә ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан халҡы НТВ телекомпанияһының «Һин супер!» проектында ҡатнашыусы яҡташтары өсөн тауыш бирә ала.
Халыҡ-ара балалар йыр бәйгеһендә республика исеменән Нөгөш ауылынан йәшлек 13 йәшлек Иван Южаков һәм Нефтекаманан 16 йәшлек Кристина Фарафонова сығыш яһай. Иван ярымфиналға сыҡты ла инде, ҡыҙ икенсе турға үтә алманы, ләкин уға НТВ сайтында тауыш биреп, ярҙам итергә мөмкин.
Әле Иван — 8494, Кристина 4689 тауыш йыйған.
НТВ телеканалы хәбәр итеүенсә, «Һин супер!» конкурсында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү ике этапта уҙғарыла, тәүгеһе 20 майға тиклем бара. Иң күп тауыш йыйған ҡатнашыусыға 26 майҙа Дәүләт Кремль һарайында үтәсәк финалда тамашасылар һөйөүе призы тапшырыла.
Икенсе этапта — 20 майҙан алып алты көн буйына «Һин супер!» проекты финалсылары өсөн генә тауыш биреү ойошторола. Финалда ҡатнашыусылар өсөн НТВ сайтында, iOS һәм Android өсөн «Һин супер!» мобиль ҡушымталарында, шулай уҡ SMS-хәбәр ярҙамында тауыш бирергә мөмкин. Еңеүсенең исеме 26 майҙа Кремлдә иғлан ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика