11:28 (UTC+5), 21 Апрель 2017

Йыл башынан Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы әсәләрҙән 126 бала тыуған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәге хәбәр итеүенсә, йыл башынан Башҡортостанда 887 кешелә ВИЧ-инфекцияһы барлығы асыҡланған: 548 ир-егет һәм 339 ҡатын-ҡыҙ.
Әлеге көндә үҙәктә 163 ауырлы ҡатын иҫәптә тора. ВИЧ-инфекциялы әсәләрҙән 126 сабый тыуған. Сирҙән 294 кеше вафат булған.
21 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 1987 йылдан алып лаборатор юл менән 26 712 кешелә ошо ҡурҡыныс ауырыу асыҡланған, шуларҙың 6709-ы үлгән.
ВИЧ-инфекциялы 11 884 ир-егет һәм 7272 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә торорға тейеш.
Ағымдағы йылда республикала сир күрһәткесе 100 мең кешегә 21,81 тәшкил иткән. Былтырғы осор менән сағыштырғанда 16,6 процентҡа кәмеү күҙәтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика