03:29 (UTC+5), 21 Апрель 2017

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары «Рәсәйҙең иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре» тип танылды

Гөлсәсәк Ханнанова
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина – «Рәсәйҙең иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре» конкурсының «Социаль үҫеш» номинацияһы еңеүсеһе. Еңеүсе Мәскәүҙә Урындағы үҙидара көнөн билдәләү сиктәрендә уҙған «Заманса дәүләт үҫеше этабында урындағы үҙидараның роле» Рәсәй муниципаль академияһы конференцияһында диплом менән бүләкләнде, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова. 2016 йылда Дилбәр Мостафина «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре» конкурсында беренсе урын яуланы.
Үҙе әйтеүенсә, уның уңышы — Салауат ҡалаһы хакимиәтенең әүҙем һәм яйға һалынған эш һөҙөмтәһе ул. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың булышлығы менән ҡалала бер төркөм мөһим социаль проекттар ғәмәлгә ашырылды, атап әйткәндә, ике яңы балалар баҡсаһын төҙөү һәм алтыһын капиталь йүнәтеү иҫәбенә өс йәштән ете йәшкәсә балалар өсөн баҡсаларға сират бөтөрөлдө. Бөтә мәктәптәр ҙә беренсе сменала уҡытыуға күсерелде һәм балалар өсөн туҡланыу тәьмин ителде, ҡалала яңы күп профилле дауахана төҙөлдө.
Рәсәй муниципаль академияһы «Рәсәйҙең иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре» бөтә Рәсәй конкурсын һөҙөмтәле эшләүсе урындағы үҙидара органдарына ярҙам итеү һәм муниципаль хеҙмәткәр һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында 2002 йылдан алып уҙғара. Ул Федерация Советының Федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы үҙидара һәм Төньяҡ эштәре буйынса комитеты, Дәүләт Думаһының Федератив ҡоролош һәм урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса комитеты булышлығында ойошторола. Конкурстың номинациялары — «Тарих, хоҡуҡи һәм ойоштороу тәьминәте», «Идара итеү, иҡтисад һәм финанстар», «Муниципаль хужалыҡ һәм йәшәйеште тәьмин итеү системалары», «Ҡала төҙөлөшө, архитектура һәм ер менән файҙаланыу», «Социаль үҫеш», «Мәғлүмәти яҡтан үҫеш». Ун йыл эсендә Рәсәйҙең 73 төбәгенән 1500-ҙән ашыу ҡатнашыусы лауреат исеменә лайыҡ булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика