15:43 (UTC+5), 21 Апрель 2017

Рәсәйҙең вице-мисс титулын алған Башҡортостан ҡыҙы хыялындағы ир-егет һәм киләсәккә уй-ниәттәре хаҡында һөйләне

автор
автор
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең икенсе вице-мисс титулын яулаған Башҡортостан ҡыҙы Альбина Әхтәмова журналистарға киләсәккә уй-ниәттәре һәм хыялындағы ир-егет хаҡында һөйләне.
Быйыл «Мисс Рәсәй» конкурсында ҡатнашырға 60 меңдән ашыу ҡыҙ ғариза биргән. Һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса илдең төрлө төбәктәренән 50 һылыуҡай финалға үтте. Башҡортостандың Ғафури районы ҡыҙы Альбина Әхтәмова вице-мисс титулын яулап, өс лидер рәтенә инде.
«Мисс Рәсәй» конкурсы 25-се тапҡыр үткәрелде. Башҡортостан исеменән сығыш яһаған һылыуҡай бәйге тарихында тәүге тапҡыр призлы урын яуланы. Төп бүләк сифатында ул донъяның теләһә ҡайһы юғары уҡыу йортонда белем алыу мөмкинлегенә эйә булды.
«Әлеге көндә мин Өфө дәүләт авиация техник университетының магистратураһында белем алам. Тәүҙә уҡыуымды тамамлап, унан һуң артабан ҡайһы юҫыҡта барасағымды хәл иткем килә. Ҡайҙа уҡырға инеүемде әлегә әйтә алмайым. Минең ныҡлап уйларға һәм хәл итергә ваҡытым бар. Шуны ғына әйтәм: һөнәрем — эшҡыуарлыҡ процестарын үҙгәртеп ҡороу. Был йүнәлеште төптән өйрәнгем килә», — тип һөйләне титуллы Башҡортостан һылыуҡайы.
«Һинеңсә, ысын ир-егет ниндәй ул?», тигән һорауға Альбина Әхтәмова ныҡ көслө булырға тейеш, тип яуап бирҙе.
«Физик яҡтан көслө түгел, ә иң тәүҙә көслө характерлы. Миңә аҡыллы, юморға бай ир-егеттәр оҡшай», — тип ул үҙе өсөн мөһим сифаттарҙы һанап үтте.
«Ундай ир-егет бармы, әллә был тик дөйөмләштерелгән образмы?», тигән һорауға ҡыҙ яуап биреп торманы.
Уҡыуҙан тыш, Альбина Әхтәмова күп көсөн һәм ваҡытын өс йыл элек шөғөлләнә башлаған хәйриә эшмәкәрлегенә бүлә. Ул «Ҡартлыҡ та шатлыҡ» хәйриә фонды координаторы, уның бюджеты «ябай кешеләрҙең иғәнәһе иҫәбенә формалаша».
Табын ҡарттар йортона һәм балалар өсөн социаль приютҡа ярҙам итеү – 22 йәшлек вице-мисс шөғөлләнгән социаль проекттар иҫәбендә.
«Яҡын аралағы пландар – Табын ҡарттар йортонда аш бүлмәһен тулыһынса алмаштырыу. Әлегә унда ҡушылдырғыстар һәм ултырғыстар ғына яңыртылды. Шулай уҡ беҙ тыуған көнөн билдәләүсе һәр кешене ҡотлап барырға теләйбеҙ. Ҡарттар йортонда бер төрлөлөк проблемаһы бар, бөтә нәмә лә башҡаларҙыҡы кеүек. Шуның өсөн һәр кемде ҡотлағы, уға нимә оҡшай, шуны бүләк итке килә», – тип билдәләне Альбина Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында үткән матбуғат конференцияһында.
Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте «Йәмәғәт электрон гәзите»ндә уҡығыҙ.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика