06:40 (UTC+5), 21 Апреля 2017

Өфөлә Еңеү көнө уңайынан фейерверк буласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Еңеү көнө уңайынан фейерверк планлаштырылған, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.
Баш ҡалала төп байрам саралары 9 майҙа уҙғарыла. Иртәнге сәғәт 11-ҙә Еңеү паркында Мәңгелек утҡа һәм Тыл хеҙмәтсәндәре мемориалына сәскә һалыу тантанаһы була. Бер сәғәттән һуң «Үлемһеҙ полк» дөйөм Рәсәй гражданлыҡ-илһөйәрлек акцияһында ҡатнашыусылар Октябрь проспекты буйлап Дәүләт циркынан алып В. И. Ленин исемендәге майҙанға тиклем тантаналы марш менән үтәсәк. Йола буйынса, өфөләр туғандары — Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары төшөрөлгән транспаранттар менән урамға сығасаҡ.
Акция барышында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем Октябрь проспектында СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан алып Дан бульварына хәтлем транспорт хәрәкәте ябыла. Еңеү көнөн байрам итеү киске сәғәт 10-да Ленин исемендәге майҙанда сағыу фейерверк менән тамамлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика